Зөләйхә күҙҙәрен асты, ә һин?
Гүзәл Яхинаның байтаҡ тауыш сығарған китабына ҡыҙығыу тулҡыны баҫылып өлгөрмәне – октябрь башында мәғлүмәт сараларында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия театрының режиссеры Айрат Абушахмановтың был әҫәр буйынса спектакль ҡуйыу эшен башлауы тураһында мәғлүмәт тә сыҡты. Был яңылыҡ мине бик ҡыуандырҙы, шуға ла был премьераны мин түҙемһеҙлек менән көттөм, һәм һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт ҡалдым: был сезонда “Зөләйхә күҙҙәрен аса“ спектаклен, һис шикһеҙ, Башҡорт Дәүләт академия театрының йөҙ процентлы уңышы тип атарға була.
Гүзәл Яхинаның романы – татар крәҫтиән ҡатыны Зөләйха тураһында әҫәр: ғаиләһен кулак булараҡ репрессиялауҙан һуң Себергә эләгеүе һәм һөргөн ауырлыҡтары менән йәнәш менталь үҫеүе – “күҙҙәрен асыуы“ тураһында.
Драматург Ярослава Пулинович тарафынан ике сәғәтле тамашаға һыйҙырылған китаптағы ваҡиғалар тауар поезының вагонында башлана – уның эсендә “кеше” исеменә лайыҡ булмаған меҫкендәрҙе тейәп, Себергә һөргөнгә алып китеп баралар. Зөләйханың үткән тормошон тамашасы спектаклдә һүрәтләнгән хәтирәләр аша күҙаллай ала: спектакль бер юлы ике төрлө ваҡыт ҡатламында бара – үткәндәге һәм бөгөнгө ваҡиғалар бер береһе менән аралаштырылып килә. Ваҡыты-ваҡыты менән сәхнәлә Зөләйханың ире Мортаза, “Ҡан һурыусы“ ҡәйнәһе, кескәй саҡта уҡ донъянан киткән өс ҡыҙының шәүләләре пәйҙә була, шулай итеп тамашасы дини-патриархаль ғаиләлә йәшәгән, хоҡуҡ тигәндең ни икәнлеген белмәгән ҡатындың ғүмерен күҙәтә ала. Әйтеп үтергә кәрәк – Яхина әҫәрендәге Зөләйханың ғаиләлә кәмһетелеүе һүрәтләнгән сағыу эпизодтар спектаклдә юҡ. Айрат Абушахманов иғтибарын әҫәрҙең башҡа яғын асыуға йүнәлткән: Совет власының “халыҡ дошмандары“ на (улар иҫәбенә төп героиня ла эләгә) ҡарата мөнәсәбәте.
Спектаклдең мөһим үҙенсәлеге – ул бер тынала ҡарала! Ваҡиғалар теҙмәһе шул тиклем тиҙ етеҙ алға бара, мин, бер ниҙе лә күҙҙән ысҡындырмаҫ өсөн, актерҙарҙан күҙ алмай ҡарап ултырҙым. Режиссерҙың байтаҡ уңышлы табыштары – урынлы һәм ҡайһы ваҡытта бик оригиналь – тамашаға сағыулыҡ өҫтәй. Мәҫәлән, Зөләйха барған баржа ҡазаға тарығандан һуң уның батып барыуы, ҡыҙылармеецтар етәксеһе Игнатовтың уны үлемдән ҡотҡарып алыуы, яңы тыуған баланың һүрәтләнеше, ә лагер клубының түбәһендәге һүрәттәр видеопроектор ярҙамында тамаша залы түбәһенә сығарыла. Һәм ошондай ҡыҙыҡлы алымдар спектаклдә байтаҡ.
Сәхнә рәссамы Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Шаяховтың хеҙмәте спектакль барышында һоҡланыу уята.
Тик айыу менән өҙөк спектаклдең дөйөм драматик ағымынан ситләшеү кеүек, үтә әкиәти күренә. Спектаклдең тағын бер ыңғай яғы – үткерлек һәм иҫ китмәле дөрөҫлөк менән һүрәтләнгән образдар: Зөләйха, уның ҡәйнәһе, ире, ҡыҙылармеец Игнатов, уның етәксеһе Кузнец, ғалим Сумлинский һәм уның ҡатыны Изабелла, рәссам Иконников, аҡылдан яҙған профессор Лейбе, енәйәтсе Горелов, Зөләйханың улы Йософ., Әҫәрҙәге геройҙар тамашасы ултырған рәттәр аша үтеп барғанда улар яңы ғына Гүзәл Яхинаның китап биттәренән төшкән һымаҡ тойола ине. “Бына ул – театр тылсымы!“, – тип уйлап ҡуйҙым мин.
Әйткәндәй, театраль тамашала тамашасылар үҙҙәре лә ҡатнашҡандай: декорациялар өлөшләтә залға төшкән, актерҙар залдағы ултырғыстар араһынан үтеп йөрөй, ултырғыстарға иһә телогрейкалар ябылған.
Һуңғыһы инде мәңгелек ”ярлылыҡ һәм төрмә мине урап үтер, тип уйлама” тигән әйтемде онотмаҫҡа өндәгән һымаҡ – ҡара, Фемиданың күҙҙәре бәйләнгән, уның ҡылысы аҫтына һәр бер кеше эләгеүе мөмкин.
“Зөләйха күҙҙәрен аса“ спектаклен ҡарағанда, Айрат Абушахмановтың икенсе спектакле иҫкә төшә. Һөргөнсөләрҙең биттәрен әллә дегет, әллә ҡором менән буяған өҙөк миңә шундай уҡ “Ҡара йөҙҙәр“ҙәге өҙөктө иҫемә төшөрҙө – ул әҫәрҙә биттәрҙәге ыҫмала Аллаһ ҡанундарына ҡаршы сығыу билдәһе, ә “Зөләйхала…“ – Советтарға ҡаршы енәйәт ҡылыуҙы күҙаллай.
Шуның өсөн, рәссам Иконников рәссам бәләкәй Йософтоң битен төҫлө буяуҙар менән ҡаплау ҙа тәрән мәғәнәле – был баланың яҡты киләсәгенә өмөткә ишара.
Мин тик бер нәмәне аңламай ҡалдым – пресс-конференцияла режиссёр был спектакль Яхинаның китабын укымаған тамашасыға өсөн эшләнелгән, тине. Минең фекеремсә, китапты уҡымаған тамашасыға сюжеттың ҡайһы бер нескәлектәрен аңлау аңларга ҡыйыныраҡҡа тура киләсәк, сөнки, әйтеп үткәнемсә, спектаклдең сюжеты бик тиҙ үҫешә. Минән алдараҡ ултырған һәм тәүсығынаҡ менән таныш булмаған ир, мәҫәлән, спектакль буйы үҙенең ҡатынынан сюжет ебен төпсөнөп интекте. Артта ултырған өс тамашасы ҡатын да ҡамасауланы – улар наушниктарын эшләтә алмай йонсоно. Һуңынан билдәле булыуынса, театрҙа бирелгән наушниктар ҡолаҡты тығыҙ ҡапламай, шунға ла тәржемә саҡ-саҡ ишетелә, ишетәм тиһәң, ҡолаҡтарҙы ҡул менән ҡаплап ултырырға кәрәк. Ошо мәлдә мин Башҡорт Дәүләт академия театры спектаклдәрен тәржемәсеһеҙ аңлай алыуыма ҡыуандым.
“Зөләйхә күҙҙәрен аса“ спектаклендә – Ильшат Яхиндың иҫ китмәле музыкаһы. Был композиторҙың ижады “Ҡара йөҙҙәр“ спектаклендә үк минең күңелемә уйылып ҡалғайны.
Беҙҙең ваҡыт – йыш ҡына күренештәрҙе үҙ исеме менән атамаған ваҡыт, һәм үткән быуаттағы илбашсыларыбыҙҙың ҡылған эштәре дәүләт кимәлендә анализланмай, һығымталар яһалмай. Бәлки, шуға ла бының менән килешергә теләмәгән сәнғәт әһелдәре ошо эште үҙ әҫәрҙәре ярҙамында башҡарырға тырышалыр? “Зөләйхала“ла ҡот осҡос һөргөн тормошо фонында дәртле, күңелле совет йырҙарын ишетергә мөмкин, һәм юлбашсының ҡанатлы “йәшәү еңелерәк, йәшәү күңеллерәк була бара“ тигән һүҙҙәрҙең хөкумәт тарафынан лагер барактарында тереләй серергә ташланған кешеләр ауыҙынан сығыу – был һүҙҙәргә бөтөнләй башҡа төҫ бирә.
Спектаклдә Осип Мандельштамдың билдәле шиғыры яңғырай – ваҡытында был шиғыр Сталиндың үҙенә ҡаршы сығыуға өндәү була, шағирҙың шул арҡала НКВД күҙәтеүе аҫтына эләгеүенә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ спектакль авторҙары киң таралған хатаны урап үтә алмаған – “илебеҙҙә барыһы ла хөрт булһа ла, юлбашсы шәп“ һәм бөтөн яуызлыҡтар ул тик “урындарҙа артыҡ шашыусылар“ арҡаһында килеп сыҡҡан тигән фекер. Ошо фекерҙе раҫлаптыр, ҡыҙылармеец Зиновий Кузнец спектакль барышында яйлап Сталинға оҡшаш һыҙаттарға эйә була бара, аҙағында инде бөтөнләй уға әйләнә.
Был ҡарашта Айрат Абушахманов спектакле бик көслө тойғолар уята, фекер үҫтерә, был спектаклгә йәнең-тәнең менән инеп китәһең, уны тағын бер тапҡыр ҡарағы килә.
Яхина әҫәренең идеологик яғы спектаклдә сағыу тасуирлана, әммә шул арҡала Зөләйханың линияһы бер аҙ юғалып ҡала. “Зөләйха спектакль башында тамашасылар араһында йомоҡ күҙҙәр менән килеп сыҡҡандан һуң нимәгә ҡарата күҙҙәрен асты тип әйтеп була һуң?“, – тигән һорау ҡала. Яҙып үткәнемсә, китаптың иң көслө яғы — героиняның ғаилә эсендәге тормошо – спектаклгә инмәгән тип әйтһәң дә була, шуның өсөн, китапты уҡымағандарга мин тәүсығанаҡ менән танышырға кәңәш итәер инем. Сөнки, Зөләйха тураһында һүҙ йөрөтһәк, китап сюжеты буйынса ул үҙе өсөн бөтөнләй икенсе донъя аса – ул донъя иҫкеһенән яҡшыраҡ түгел, ләкин киңерәк, байыраҡ, ул донъя ҡатындан һүҙһеҙ баш эйеүҙе талап итмәй, ә фекерләүгә, критик уйланыуға өндәй, ул донъя ят кешеләр уйлап сығарған ҡағиҙәләргә буйһонорға түгел – ә үҙең ҡабул иткән ҡарарҙар, үҙең һайлаған яҙмыш өсөн көрәшергэ, үҙ тормошоң өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға өйрәтә.
Фото: театр сайтынан, автор: Роман Шумнов.
Тәржемә: Зәурә Танатова.