Ҡара йәнле ҡара йөҙҙәр

Ҡара йәнле ҡара йөҙҙәр

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия тетрында Айрат Абушахманов ҡуйған “Ҡара йөҙҙәр“ спектакле бара. Был әҫәр башҡорт яҙыусыһының иң билдәле повесты тип әйтергә мөмкин. Минең уйлауымса, ысынлап та, иң танылғаны. Мәктәп йылдарында уҡ, миңә ныҡ йоғонто яһап, ғүмергә иҫтә ҡалды. Шуға күрә, барырғамы юҡмы тигән һорау тыуманы.

Бынан да ҡыҙғаныс повесть юҡтыр… Ҡыҫҡаса әйткәндә, кеше боҙоҡлоғо, мосолман дине ҡанундары менән аҡланып, ике йәш кешене һәләк итеүе тураһында был әҫәр.

Спектакль төп геройҙың хәтерләүҙәренән башланып китә – йәш шәкерт Ғәли: тыуған ауылынан хат ала, уның туғаны Ғәлимә донъянан китеүе тураһында хәбәр итәләр. Тамашасы был трагик ваҡиғаның башына күсә. Ғәлимә – ата-әсәһенең ғорурлығы, ярлы ғаиләнән булған Закирға ғашик була. Шәриәт ҡанундары буйынса, ҡыҙ менән егет никахҡа хәтлем осрашырға тейеш түгел.

shumnov-1545

Ауыл старостаһы Ахун хәҙрәт асыуланып йөрөгән кешеләрҙең тынысланыуын һәм алдан һығымталар яһамауын һорай, тик үҙе ике ут араһына эләгә. Бер яҡтан ҡарағанда, шәриәт буйынса кешеләр, үҙ-ара дошманлыҡ һаҡлаһалар ҙа, бер береһенә алдамайынса һәм бер береһен ғәйепләмәйенсә йәшәргә тейештәр. Икенсе яҡтан, ул Закир менән Ғәлимәне ғәфү итә алмай, сөнки уларҙың ҡылыҡтары башҡаларҙың дингә ихтирамын юҡҡа сығара яҙҙы. Һәр әҫәрҙе яҙылған ваҡыты һәм һүрәтләнгән ваҡыты менән бергә күҙәтергә кәрәк: 20 быуат башында төпкөл ауылдарҙа динде шәриәт буйынса ғына тотҡандар. Наҙан халыҡтың ҡанундары ла ҡатыраҡ булған. Совет осоро идеологияһы ваҡытында, Мәжит Ғафури повестын атеистик пропагандалауҙа һәм мосолман ҡатламын тәнкит итеүҙә ҡулланғандар, тик был бәҫен төшөрөү генә булған, сөнки беҙ асыҡ күрәбеҙ: автор был әҫәрҙәшәриәт ҡанундарын шик аҫтына алмай, ә дини фанатизмды һәм кеше етешһеҙлеген фаш итә.

Повесть нигеҙендә мәңгелек тема: кешелек һәм боҙоҡлоҡ. Дөрөҫөндә, кем һуң ул ҡара йөҙҙәр икәнлеге асыҡ күренә.

Ғәлимәнең һүҙҙәре спектаклдә күп түгел. Римма Ҡаһарманова уйнауында иң мөһиме булып кеше күңелендәге тойғоларҙы күрһәтә белеүе тора. Күңел эсендәге трагедия ауырлаша төшә, сөнки Ғәлимәнең атаһының асыуы килеп, үҙ ҡыҙынан баш тарта. Китапта атаһы үҙ ғорурлығы арҡаһында үҙ ғәйебен танымай, ә спектаклдә – атаһы Ғәлимәнән ғәфү үтенә, тик һуң була. Закир инде, китаптағы кеүек үк, сәхнәлә лә көрәшә алмайынса, һөйгәнен ташлап, ауылдан сығып ҡаса. Ғәлимәнең ҡайғынан иҫ-аҡылы китә.

Күҙ алдында һүрәт: ҡара ыҫмала сәхнә тултырып ағып төшә һәм саф күңелле гүзәл йәнде үҙ эсенә алып, һүнек йөрәкле, аҡылдан яҙған ҡарашлы елғыуарға әйләндерә.

Бигерәктә ҡыҙыҡлы итеп өшкөрөү процессын сәхнәләштергәндәр: мулла менән шәкерттәр, ятҡан ҡыҙҙы уратып алып, доға ҡылалар, көслө тойғоло ҡыланыу башлана, был барыш иблес саҡырыу йолаһына оҡшай башлай.

Бөтә спектакль аша Ғәлинең ғаиләһе һәм дин башлыҡтары вәкилдәре араһындағы конфликт теҙмәһе һуҙыла. “Күп китап уҡыһаң, аңды юғалтыуы мөмкин. Ҡөръән уҡыуы ла етә“, – тип Ғәлиғә әйтә мәҙрәсә уҡытыусыһы. Ғәлине атаһы ҡалаға ебәреп уҡытыу теләгенә Ҡаҙый хәҙрәт ҡаршы тора: уға ауылдағы ырыу башлыҡтарын аша атлап сығырға теләгәндәр кеүек итеп тойола. “Минең улым белем алһын, беҙҙең кеүек наҙанлыҡта батмаһын!“, – тип атаһы әйткән һүҙҙәре, Закир менән Ғәлимәнең трагедияларында мөһим урын ала.

“Ҡара йөҙҙәр“ – үткән театр сезоны премьераһы. Минең уйлауымса, театр репертуарыны был әҫәрҙе һайлау юҡҡа түгел, сөнки дини фанатизм проблемалары әлеге ваҡытта ла актуаль рәүештә. Мәжит Ғафуриҙың повесты шулай уҡ кешенең эске донъяһының тәбиғәтен  һәм ҡылған эштәренең сәбәптәрен асыҡлай, ә ул инде һәр дәүерҙәрҙә лә тамашасы һәм уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы тойола.

Был спектаклдең тамашасылары сәхнәнең икенсе яғында урынлашҡан. Ҡара төҫтә ҡабырға яҡтағы ҡормалар һәм өҫтәге софитлы конструкциялар ауылдағы “ҡараңғылыҡ“ атмосфераһын тыуҙыра. Декорациялар булып сәхнә утраһында ағас сәкеләр тора. Ваҡыты менән сәхнәне шылдырып икенсе яҡтағы буш тамаша залы күренеп ҡала, шул саҡ аҡ туҡыма менән ҡапланған ултырыр урындар ҙа күреп ҡалабыҙ. Төҫтәр менән уйнау башҡа геройҙарҙа ла күҙәтелә: төп геройҙарҙың туғандарҙың һәм иптәштәрҙең кейемдәре уларҙың ҡылыҡтарына ҡарай үҙгәрә. Ҡайһы бер геройҙар үҙ икеләнеүен күрһәтер өсөн елкәләренә битлек кейеп сығалар. Сәхнәләштереү ябай ғына булыуға ҡарамаҫтан, тойғоларҙы юғары күтәрә. “Ҡара йөҙҙәр“ тамашасының ихтибарын беренсе минуттарынан аҙаҡҡыһына тиклем үҙендә тота, сөнки актерҙар сығыштары иҫ киткес, сюжет барышы һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар үҫеше вайымһыҙ ҡалдырмай. Тауыш ҡушылыуы ла бигерәк тә тылсымлы тойола:


“Ҡара йөҙҙәр“ спектакле “Алтын битлек“ премияһының биш номинацияһында еңеүгә лайыҡлы. Уңыштар!

Фото: bashdram.ru архивынан.
Тәржемә: Гөлназ Сабирова.

Вариант текста на русском языке

sobaka

Ева Айсын