Бесәйҙәр, күгәрсендәр һәм башҡорт теле! (интервью)

Бесәйҙәр, күгәрсендәр һәм башҡорт теле! (интервью)

Ошо интервьюның ҡунағы менән мин Х социаль селтәрендә таныштым (элекке твиттер). Энфлора Мәскәүҙә йәшәй, күп хайуандар үҙ фатирында тота, башҡорт телен өйрәнә һәм “Квирь” журналына яҙа. Был минең өсөн ҡыҙыҡлы комбо! Шуға күрә мин Энфлораға шул темаларға һөйләшерғә тәҡдим иттем.

Сәләм, кем һин? Үҙеңде бер нисә һүҙ менән тасуирла, зинһар.

Сәләм! Мин заводта эшсе булып эшләйем, фанфиктар яҙырға яратам һәм фан-арт һүрәттәрен төшөрәм. Башҡортса тәржемә итергә лә тырышам. Мин асексуал, аромантик, агендер, документтарым буйынса ҡатын-ҡыҙ. Деколониаль, милли, экологик һәм квир-активизм менән шөғөлләнәһем килә!

Ә һиңә нисә йәш?

Мин ҡарт, миңә 38 йәш (көлә)

Ә миңә 41, һәм мин ҡарт түгел (көлә). Әйҙә башҡорт теленән башлайыҡ. Мин белеүемсә, ул һинең туған телең түгел. Ҡасан ҡыҙыҡһыныуың тыуҙы? Һәм ниндәй ысулдар ҡулланып башҡорт телен өйрәнәһең? 

Ысынлап та шулай, минең туған телем урыҫ теле. Һәм был һорау минең өсөн еңел түгел. Миңә һәр ваҡыт төрки халыҡтарҙың мәҙәниәте ҡыҙыҡлы ине, һәм уларға ҡаршы ниндәйҙер туғанлыҡ тойҙом. Мин Өфөгә тәү тапҡыр 2018 йылда барғайным, һәм моғайын шул саҡта ҡыҙыҡһыныум барлыҡҡа килде. Артабан мин Интернетта башҡорт телен өйрәнә башланым, ләкин бик ялҡау булгас һуңыраҡ үҙемә уҡытыусы таптым.

Ай-һай, бик ҡыҙыҡ! Ә уҡытыусы менән күпме дәрестәрең булды? Һәм ул үҙе ҡайҙан ине?

Ул үҙе татар, Өфөнөн, беҙ ике йыл бергә эшләнек.

Ете бесәйең һәм ике күгәрсенең фатирыңда нисек йәшәй башланылар? Ҡайһы берҙәренең исемдәре башҡорт һүҙҙәренән алынған, беләм.

Һигеҙ бесей! Был һорауға яуап бирерғә ҡыйын. Улар уҙҙәре бында йыйылып китте (көлә). Тағы ла минең өс аквариумым бар унда балыҡтар йәшәйҙәр, бер кеҫәртке һәм акомистар сүл сысҡандары. Ҡыҫҡа исемле бесәйем манчкин, ул ҡыҫҡа аяҡлы бесәйдәр тоҡомондан. Ә урыҫҫа “Кыска”, йәғни бесәкәй була, әгәр баҫымды шул һүҙҙә башҡаса ҡуйсаҡ. Ҡот исемле бесәйем бик ҡотло, ул ауырлы ғәрип, уның тере булыуы бик ғәжәп. Һәм урыҫҫа Кот, йәғни ата бесәй аңлата, әммә ул ҡыҙ, шуға күрә был шаяртыу. Алтынай алтын төҫлө бесәй. Ул килгән ваҡытта тулы ай булды. Оҙон исемле бесәйем дә бар ине, уның аяҡтары һәм йөҙө бик оҙон ине. Ул оҙаҡ ауырыйп ҡыҙғанысҡа ҡаршы мәрхүм булып китте.

Ныҡ ҡыҙғаныс. Башҡа бесәйҙәрең хаҡында ла әйтеп кит, юғиһә уларға тигеҙ ҡарамау буласаҡ (көлә)

Палитра, Тэма һэм Тама өс төҫлө бесәйҙәр. Улар бәхет килтерә, тип һөйләйҙәр. Доминик һәм Пинта сфинкстар, пеләш бесәйҙәр.

Ошондай күп йәнлектәр менән йәшәүе еңел түгелдер, тип уйлайым, ә иң ҡатмарлыһы был эштә нимә?

Уларҙың артынан таҙартыпға күп физик көс һалырға кәрәк, ә улар ауырығанда йәнем өсөн дә, янсығым өсөн дә ауыр була.

Күп хайуандар күп еҫтәр. Был мәсьәләне нисек хәл итәһең? 

Йыш ҡына йыйыштырырға, һөртөргә кәрәк, хәҙерге химия ярҙам итә.

Күгәрсендәрең ситлектә йәшәйме, әллә фатир буйлап иркен рәүештә осоп йөрөйҙәр?

Улар ситлектә йәшәй, ләкин яҡынса көн һайын сығып, бөтә фатир буйлап осалар.

Йәғни улар ҡайҙа теләйҙәр шунда сыса?

Эйе.

Күп йәнлектәр менән тыныс йоҡлап буламы? Улар һәр ваҡыт ҡамасаулайҙыр, моғайын? 

Юҡ, улар төндә йоҡлайҙар! Уларҙы иртән уятырға кәрәк.

Шулайҙа була икән. Минем бесәйҙәрем гел иртәрәк уянып, миңә йоҡларға бирмәйҙәр ине! Ә һинекеләр бер-береһе менән һуғышамы? Күгәрсендәр нисек йыртҡыстар араһында тере ҡалалар?

Юҡ, бер ҡасан да һуғышмайҙар! Ә йортағы туйған бесәйҙәр өсөн ҡүгәрсендәр бик ҙур.

Быныһы ла ғәжәп! Улар ғәҙәттә йыртҡыстар булараҡ ташланалар, аслыҡтан ғына түгел бит.

Минеңсә, улар ялҡау (көлә).

Квирь медиа тураһында һөйләшә алабыҙмы?

Эйе, был бәләкәй гәна квир-кешеләр яһаған медиа һәм квирҙар өсөн. Беҙ инклюзив булырға тырышабыҙ. Яңылыҡтар, мәҡәләләр яҙабыҙ, шулай уҡ башҡа квир-инициативалар тураһында ла һөйләйбеҙ. Һәр ваҡыт яңы кешеләргә шатбыҙ!

Нисек унда барып эләҡтең, ҡасандан бирле яҙаһың? Һәм түләүле эшме ул?

Был ирекмәнлек эш, түләүһеҙ. Мин твиттерҙа иғлан күрҙем һәм көсөмдө һынап ҡарарға булдым.

Аңланым. Һинең Башҡортостанда булғанын бар. Нимә беҙҙә оҡшай, нимә юҡ?

Миңә кешелер оҡшай! Ләкин һуңғы арала башҡорт телендәге алтаҡталарынын һаны кәмене.

Минем һорауҙарым тәмамланды. Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Фотолар: Энфлораның архивынан.

Айсын Ғайса